Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй Кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты үтә

11-17 мартта Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан иң көслө биатлонсылар ҡатнаша.

«Белоруссия спортсыларының Рәсәй Кубогы һәм чемпионаты ярыштарында ҡатнашыуы тураһында ҡарар Белоруссияның Биатлон федерацияһы рәйесе Андриан Алексеевич Цыбульский менән үҙ-ара килешеү буйынса ҡабул ителде. Белорус биатлонсыларының ҡатнашыуы, һис шикһеҙ, Өфөләге һәм Төмәндәге ярыштарҙың кимәлен күтәрер», – тине Рәсәйҙең Биатлонсылар берлеге президенты Виктор Майгуров.

Ярыштарҙа Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Халили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм Рәсәй менән Беларусь Республикаһының көслө спортсылары ҡатнаша.

Ярыштар программаһына ярашлы 11 мартта көндөҙгө сәғәт өстә чемпионатты асыу тантанаһы үтә, 12 мартта 10 саҡрымға спринтта ир-егеттәр, 7 ярым саҡрымға спринтта ҡатын-ҡыҙҙар ярыша. 14 мартта 12 ярым саҡрымда ир-егеттәр, 10 саҡрымда ҡатын-ҡыҙҙар эҙәрлекләү ярышына сыға. 16 мартта масстарт — ир-егеттәр 15, ҡатын-ҡыҙҙар – 12 саҡрым.