Хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәрҙе даими анализлап барырға ҡушты. Адреслы ярҙам саралары, карьерҙар эшмәкәрлеге, инвестицияларға бәйле белдереүҙәр яңғыраны. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров статистикалағы бер нисә яңылыҡ менән уртаҡлашты. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан үткән йыл 11-се урында нығынған. Үҫеш 105,1 процент кимәлендә, суммаһы 400 миллиард һумлыҡ сикте уҙған. Хәҙер санкциялар һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте юғалтмау төп бурыс. Вице-премьер Рөстәм Моратов билдәләүенсә, Башҡортостанда бөгөнгә 1 мең 790 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылып килә, улар тулыһынса тормошҡа ашҡан осраҡта 60 мең эш урыны булдырыласаҡ. Эш урындары буйынса хәл һуңғы йылдарҙа яҡшы – 30 йылға беренсе тапҡыр эшһеҙлек кимәле 3,8 процентҡа тиклем төшкән. Әммә хәл тиҙ арала ҡатмарлашыуы ихтимал, Радий Хәбиров был мәсьәләне даими контролдә тоторға ҡушты. Башҡортостандың пилот программала ҡатнашыуы ла эшһеҙлек күрһәткестәрен кәметергә ярҙам итте ти Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Халыҡтың реаль килемен арттырыу маҡсатын ҡуйған дәүләт программаһы буйынса үткән йыл республикала 20 мең 132 кеше адреслы социаль ярҙам алған. Статистикалағы тағы бер яңылыҡҡа иғтибар ителде кәңәшмәлә. Демографияла рекордлы күрһәткестәр теркәлгән. Миграцион процесстарға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килеүсе ҡасаҡтар ҙа үҙ өлөшөн индереүе ихтимал. Беҙгә ике меңгә яҡын кеше килер, тип көтөлә. Урындар әҙер тип билдәләнде ултырышта. Ә бына осоштар туҡтатылыу сәбәпле 200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ сит илдәрҙә ҡала. уларҙың күпселеге юллама буйынса ял итеүселәр, тағы ла 31 турист үҙ аллы сит илгә сығып ҡайта алмайынса Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Рәсми мөрәжәғәт менән Радий Хәбиров исеменә йәмәғәтселәр һәм депутаттар хат яҙған. Улар Рәсәй Президентын һәм Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе яҡлап митинг-концерт ойошторорға тәҡдим итә. Коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса Оператив штабтың сираттағы ултырышында күмәк сараларға бәйле сикләүҙәр йомшартыласаҡ, тип аңларға кәрәк. Быға нигеҙ ҙә бар, сөнки бер аҙна эсендә сирләүселәр һаны 25 процентҡа кәмегән. Госпиталь булараҡ эшләгән дауаханалар ҙа ғәҙәти эш режимына күсә.
Башҡортостанда эшһеҙлеккә бәйле хәл ныҡлы күҙәтеүгә алынасаҡ
Башҡортостанда эшһеҙлеккә бәйле хәл ныҡлы күҙәтеүгә алынасаҡ