Уны рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта — 45 көн эсендә, Өфө районы һәм Стәрлетамаҡтағы госпиталдәр проекты буйынса төҙөнөләр. Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Андрей Плутницкий ҡатнашты. Ҡурайҙы хәтерләткән бина хәҙер Туймазыла ла бар. Ете таж – ул яңы инфекцион үҙәктең ете корпусы. Клиник-диагностика-инфекцион үҙәкте асыуҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия тамамланғандан һуң, госпиталь төрлө йүнәлештәге медицина ярҙамы күрһәтәсәк, тип билдәләне Радий Фәрит улы. Яңы учреждениены Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Андрей Плутницкий ҙа юғары баһаланы. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыуға йүнәлтелгән эштәр бөтә ил өсөн әһәмиәтле. Ошондай тәүге модулле дауахана Өфө районының Зубово ауылы янында 2020 йылда төҙөлгәйне. Хәҙерге ковид-госпиталдәр тағы ла яҡшыраҡ. Мәҫәлән, кәрәк осраҡта күберәк пациенттар һыйһын өсөн, коридорҙар киңерәк эшләнгән. 230 пациент 50 бокста урынлаштырыла ала. Шуларҙың 40-ғы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе, 10-ы реанимация. Туймазылағы инфекцион үҙәктең асылыуы менән ҡотлап, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видео-ҡотлау ебәргән.Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов Луганскиҙағы дауаханан бәйләнешкә сыҡты. Ул ярҙамға ебәрелгән медицина бригадалары өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт һүҙҙәрен ектерҙе.Туймазылағы ковид-госпиталде ҡарап сыҡҡандан һуң, бәйләнешкә Сибай сыҡты. Ундағы клиник-диагностика-инфекцион үҙәктә төҙөлөш эштәре тамамланыуға табан бара. Әле объектта коммуналь инфраструктураһын монтажлау бара. Дауахананы 25 мартта асырға планлаштыралар.
Туймазыла яңы инфекцион үҙәк асылды
Туймазыла яңы инфекцион үҙәк асылды