Башҡортостанда диспансеризация үткәреү тергеҙелде

Башҡортостанда диспансеризация үткәреү тергеҙелде

Билдәле булыуынса, ул пандемия осоронда коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәбле туҡталып торғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, диспансер күҙәтеүе 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ, тигән фекерҙә Галина Геннадий ҡыҙы. Шуға ла ҡатын сәләмәтлеген даими тикшертергә тырыша. Был юлы ла ул диспансер күҙәтеүе үтергә килгән. Сирҙе алдан асыҡлауҙа, уны ваҡытында дауалауҙа диспансеризацияның әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Бушлай башҡарыла торған медицина тикшереүе ике этапта үтә. Сир асыҡлана икән, пациент ентекле тикшереүгә ебәрелә. Табиптар әйтеүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылғандар ҙа арта бара. Билдәле булыуынса, диспансер күҙәтеүе пандемия осоронда коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәбле кисектерелгәйне. Минең артымда 50-се поликлиниканың ҡыҙыл зонаһы. Ике аҙна элек бында кешеләр күплегенән энә төшөрлөк тә урын булмаған, табиптарға хатта ике өҫтәмә бокс асырға тура килгән. Хәҙер үҙегеҙ күрәһегеҙ, кеше юҡ. Табиптар әйтеүенсә, хәҙер ковид сире менән көнөнә унлап ҡына кеше мөрәжәғәт итә. Эпидемиологик хәлдең яҡшырыуы диспансеризацияны тергеҙеү мөмкинлеген биргән. Уны 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын үтә ала. Шулай уҡ ковид висергәндәргә комплекслы тикшереү үтеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, 122 телефоны буйынса йәки беркетелгән поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.