Республика район-ҡалаларында ккүләмле ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Ул төбәк башлығы ҡушыуы буйынса, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуға бәйле ойошторолдо. Һуңғы аҙнала дефицит тауарға әйләнгән шәкәрҙе Спорт һарайы майҙанындағы йәрминкәгә 10 тонна тирәһе килтергәндәр. Һатып алыусы тағы нимәгә өҫтөндөк биргән, беҙҙең хәбәрселәр белеште.Ауыл хужалығы йәрминкәләрен һатып алыусы ла фермерҙар ҙа көтөп ала. Һуңғы көндәрҙә кибеттәрҙә килеп тыуған ығы-зығы арҡаһында ойоштороусылар был аҙнала күләмле сауҙа ойошторорға ҡарар иткән. Иң күп халыҡ, әлеге лә баяғы, шәкәр һатылған кибеткә ағыла. Хәҙер ул яһалма дефицит тауар исемлегендә. Шишмә районынан килтерелгән тауарҙың килоһын 70 һум менән һаталар. Күп кеше ысынлап та шәкәр ҡомо артынан килгән, сөнки уны магазин кәштәләрендә тапмаған.50 килограммлыҡ бер тоҡ шәкәр 3 мең ярым һум. Был ҡапсыҡтарҙы халыҡ урап үтһә лә 5 килолыҡ ҡаптарҙы шунда уҡ алып бөткән. Ә келәттәрҙә ул етерлек, ти Шишмә районы ойошмаһы вәкиле.Ҡыштың һуңға ҡалған һыуыҡтары ит һатыусыларға айырыуса ҡулай. Һис юғында, тап башҡалаға килеп үҙ тауарын аҡсаға әйләндерергә теләгән йүнселдәр өсөн. Был һыйыр итенә хаҡтар. Ә сусҡа итенең килоһы 250 һум менән. Тауыҡ итен дә шунса уҡ хаҡҡа тәҡдим итәләр. Өйрәк-350 һум. Йәрминкә асылыуға иң беренсе хаҡлы ялдағылар килә. Хаҡтарға ҡарата уларҙың фекерҙәре төрлө.Фермерҙар иһә килеп тыуған хәлде тауарҙың үҙҡиммәте артыуына бәйләй. Мал аҙығына, яғыулыҡҡа хаҡтар ит йүнәлешендәге малсылыҡтың килемен түбәнәйтә, ти улар.Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов аҙыҡ-түлеккә бәйле ығы-зығы яһалма рәүештә тыуҙырылған, магазин кәштәләренән үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, ит һәм ҡарабойҙай юғалмаясаҡ, тине.Киңәйтелгән йәрминкәләр республиканың 50-ләгән майҙансығында үтә. Был халыҡҡа тауарҙы етештереүсенән туранан-тура һатып алырға мөмкинлек бирә. Төбәк башлығы йөкләмәһенә ярашлы, аҙыҡ-түлеккә бәйле ығы-зығыны кәметеү йәһәтенән ойошторолған йәрминкәләр һатыусылар өсөн бик тә отошло. Башҡортостанда йәрминкәләр эшен йәнләндереү генә түгел, киләсәктә майҙансыҡтар һанын арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын да яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Улар даими рәүештә, аҙна һайын үтергә тейеш.
Йәрмикәләрҙә хаҡтар нисек?
Йәрмикәләрҙә хаҡтар нисек?