Өфө лимонарийында цитрустар, фейхоа, банан сәскә атҡан

Өфө лимонарийында цитрустар, фейхоа, банан сәскә атҡан

Лимонарий хеҙмәткәрҙәре һәм ҡунаҡтар әйтеүенсә, әле ундағы хуш еҫтән баштар әйләнерлек. Йәйҙе һағынһаң – Өфө лимонарийына кил. Февраль-март айы ул ысын ожмах баҡсаһына әүрелә. Цитрустар, башҡа экзотик емеш ағастары сәскә ата. Ә Башҡортостан лимондарының даны тотош илгә таралған. Бер гектар майҙанда үҫкән 1250 ағастан Өфө лимонарийы уңғандары йылына 25-әр тонна уңыш йыя. Был лимонды ла тышы менән ашарға мөмкин. Лимондарҙан тыш, бында мандарин, памело, цитрон, каламондин бар. Лимон менән лаймды каламондин менән алмаштырырға мөмкин, ти белгестәр. Файҙалы яҡтары ла бихисап: нерва системаһын тынысландыра, төрлө вирустар менән көрәшергә ярҙам итә. Коллекцияла 500 төр үҫемлек. Улар араһында иң күбе цитрус, лимондың ғына 19 төрө бар. Үзбәкстандан алып ҡайтылған Ташкент һәм Юбилей, Башҡортостанда сығарылған Салауат, Ләйсән, Зилә,Уралтау сорттары мул уңыш бирә. Лимонарийҙа һәр сорт ентекләп өйрәнелә, ағастарҙың емеш биреү мөмкинлеге барлана, яңы сорттар эҙләнә. Йәл Өфө лимонарийының хуш еҫен тв аша биреү мөмкинлеге юҡ. Бында әле лимон, банан, фейхоаның сәскә атҡан мәле. Был экзотик ағастың сәскәһе иҫ киткес матур, еҫе бөтөнләй юҡ тиерлек. Әйткәндәй уның емешенән бик файҙалы ҡайнатма ла яһайҙар.Шулай уҡ сәскәнең таждарын да ашарға мөмкин, ти белгестәр. Гранат, фейхоа, инжир, ҡауын ағасы, гуава, барыһы 500-ҙән ашыу атама. Өфө генә түгел республиканан ситтә йәшәгән үҙенсәлекле емеш һөйөүселәр ҙә лимонарийға йыш сәйәхәт ҡыла.