Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына конкурс башланды.

14 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылда беренсе гранттар конкурсы старт алды.

Ҡатнашырға теләүсе ойошмаларға конкурстың шарттары тураһында тулы мәғлүмәт биреү йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды « Рәсәй » медиаүҙәгендә матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сметаны дөрөҫ төҙөй белеү ҙә еңеүгә килтерә, ә проект заман, халыҡ мәнфәғәтенә тап килергә тейеш, тине фондтың генераль директоры Люциә Сәйфуллина. Конкурста һигеҙ йүнәлеш буйынса ҡатнашырға мөмкин:“Фән һәм мәғариф”, “Социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау”, “Ғаиләне яҡлау”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау”, “Тирә-яҡты һаҡлау, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм йәнлекте һаҡлау”, “Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу”, “Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты пропагандалау”. Конкурстың бюджеты — 90 млн.һум.

Ғаризалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә

Шулай уҡ бында конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 903 311 69 37, 8 967 453 92 72.