Башҡортостан 8 йыл эсендә тәүге тапҡыр йылды ыңғай миграция динамикаһы менән тамамлаған

Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

2021 йылдың ғинуар-декабрендә Башҡортостан халҡының дөйөм миграция үҫеше 14 мең 879 кеше тәшкил иткән.

«Уҙған йылдың уртаһынан 8 йыл эсендә тәүге тапҡыр миграция процесының ыңғай динамикаһы билдәләнә», — тине Радий Хәбиров.