Сиктәр юҡ

Өфө мөмкинлектәре һәм сәләмәтлеге сикләнгәндәр өсөн йылғалар буйлап һалда ағыуҙы уңышлы ойошторған Рәсәйҙәге беренсе ҡала тип табылды.

Социаль туризмды үҫтереү сиктәрендә Башҡала хакимиәте йәмәғәт ойошмалары һәм туристик фирмалар менән берлектә балаларға, өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә махсус заездар ойоштора.

Әйткәндәй, үткән йәй төрлө категориялы инвалидтарға һәм 16 төр сир менән яфаланыусыларға йылғанан һал менән ағыуҙы ойоштороу буйынса Өфө Рәсәй ҡалалары араһында иң уңышлы эш алып барған ҡала тип табылды. Проект Владимир Засов исемендәге хәйриә фонды тарафынан, президент гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған.

Проект бойомға ашырылған мәлдә «Өфө ғаилә маршруты » тип аталған фильм төшөрөлгән. Әйткәндәй, ул ошо көндәрҙә 16-сы « Алтын компас » фестивалендә “Сиктәр юҡ” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды, тип хәбәр итәләр Башҡала хакимиәтенән.