Әммә һыуҙың йылынып етмәүе, ярҙа ҡотҡарыусыларҙың эшләмәүе йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Ошо көндәрҙә генә һыуҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пляж миҙгелен ваҡытынан алда асыусыларға һыу инеү кейемдәре һатып алыуҙан тыш хәүефеҙлек тураһында ла алдан хәстәрлек күреү зарур. Ҡайһы бер йылға ярҙары һыу инеү өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ. Мәҫәлән, Дим йылғаһы карьерының бер ярында пляж булһа, ҡаршы яҡты хәүефһеҙ тип әйтеүе ҡыйын. Көндәр эҫе тороуға ҡарамаҫтан йылға-күлдәрҙә әлегә һыу инеү тыйыла. Миҙгел рәсми рәүештә 10 июндә генә асыла. Әлегә яр буйҙарын ипкә килтереү, йыһазландырыу эштәре дауам итә.Ҡотҡарыусылар бригадаһы ла үҙ эшен башламаған. Шуға ҡарамаҫтан һыу инергә теләүсе ҡыйыуҙар һаны байтаҡ.Бәләгә тарығандарҙың күпселеге ниндәйҙер көтөлмәгән хәл арҡаһында түгел, эсеп, һыуға инеү арҡаһында бата. Был хаҡта ҡотҡарыусылар ҙа йыш иҫкәртә.Көндәр йылыныу менән республика йылға-күлдәрендә 8 кеше батып үлгән. Үткән аҙанала ғына Ҡариҙел районында 2 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡотҡарыусылар урындағы хакимиәт вәкилдәре менән көн һайын әҙерлек эштәрен тикшерә.Һуңынан пляжды асырғамы юҡмы икәне хәл ителәсәк. Ә уға тиклем ял итеүселәргә яр буйҙарында ҡыҙынырға ғына рәхсәт ителә.Йылға- күлдәр нисек кенә заманса йыһазландырылмаһын һәр кеше иң беренсе үҙ именлеге хаҡында үҙе хәстәрләргә бурыслы.
Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға
Тулыраҡ: Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға