18 март Өфөлә митинг-концерт ойошторола

18 март Өфөлә митинг-концерт ойошторола

Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ике меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Мәжбүри күсеп килеүселәр өсөн урындар әҙер. Рәсәй Хөкүмәте ил төбәктәре араһында Донбастан һәм Украинанан мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеү буйынса квоталар бүлде. Тейешле документ Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, субъекттарҙа бөтәһе 96 мең самаһы кешене урынлаштырыу күҙаллана. Уларҙың 1 мең 867-һен Башҡортостан ҡабул итергә тейеш. Йәмәғәтселек рәсми мөрәжәғәт менән Радий Хәбиров исеменә хат яҙған. Улар Рәсәй Президентын һәм Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе яҡлап митинг-концерт ойошторорға тәҡдим итә.