Әле Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Земфира Дәүләтова ирекмән. Мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙыү — һәр кемдең төп бурысы ти ҡатын. Шуға ла Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәренә кешеләр кәрәклеген белгәс, беренселәрҙәр булып килгән. Ирекмәндәр халыҡ килтергән әйберҙәрҙе ҡабул итә, теркәй һәм төркөмдәргә айырып һала. Оҙаҡ һаҡланырҙай аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары, яңы кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре. Гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенән кеше өҙөлмәй. Луганс һәм Донецк халыҡ республикаларының ҡайғыһын бөтә Башҡортостан халҡы уртаҡлаша. Битараф ҡалыусылар юҡ. Мәҫәлән, Ишембай башҡорт кадет корпусы тәрбиәселәре ата-әсәләре менән ике көн эсендә ярҙам йыйған. Саҡмағош районында эшҡыуарҙар, урындағы ойошмалар, барлыҡ халыҡ тупланып машина тултырып ризыҡ ебәргән. Башҡаларҙы ла ошо акцияла ҡатнашырға саҡыра улар. Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағында булған 63 район бүлексәһе эшләй. Улар барыһы ла халыҡтан ярҙам ҡабул итә. Эш тотҡарланмаһын өсөн Гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәре лә киңәйтелә. Был эшкә мәғариф учреждениелары ла ҡушылды. Хәҙер мохтаждарға тип әҙерләнгән әйберҙәрҙе урта белем биреү учреждениеларында асылған үҙәктәргә лә тапшырырға мөмкин. Халыҡтан йыйылған гуманитар ярҙам ошо көндәрҙә Донецк һәм Луганс халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ.
Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә
Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә