Һүҙ ВИЧ-инфекция тураһында бара. Һуңғы ваҡытта уның енси юл менән таралыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр баш ҡалала – 846, быйыл 4 ай эсендә 344 яңы осраҡ теркәлгән. Сир айырыуса Орджоникидзе, Ленин, Калинин райондарында артҡан. ВИЧ-сирле әсәләрҙән 169 сабый тыуған, уларҙың 92-һе ошо диагноз менән иҫәпкә ҡуйылған. Дөйөм республика кимәлендәге һандарға килгәндә, былтыр беҙҙә 2907 осраҡ теркәлгән. 1987 йылдан алып иҫәпләгәндә, Башҡортостан буйынса 23 меңдән ашыу кешелә асыҡлана был ҡурҡыныс сир.
Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды
Тулыраҡ: Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды