Кибеттәрҙә шәкәргә хаҡ артыуы һәм уның булмауы халыҡ араһында һорау тыуҙыра. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы иһә борсолорға урын юҡ, тип ышандыра. Шәкәр магазин кәштәләренә ҡасан кире ҡайтасаҡ? Сауҙа үҙәктәре вәкилдәре билдәләүенсә, һуңғы көндәрҙә шәкәргә һорау ныҡ артҡан. Һатыусылар келәттәрҙән тауар килтереп, уны кәштәләргә һалып өлгөрә алмай.Раевка ҡасабаһындағы шәкәр заводында ауыр йөк машиналарынан сират тора. Хәҙер унан көнөнә 300 тоннанан ашыу шәкәр ҡомо республиканың төрлө район ҡалаларына оҙатыла. Ғәҙәттәгенән был өс тапҡырға күберәк.Быға тиклем шәкәр күрше төбәктәргә һәм хатта Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанға оҙатылһа, хәҙер иһә һорау артыу сәбәпле, эске баҙарҙа ғына һатыласаҡ.Ә был иһә Өфө ҡалаһындағы сауҙа селтәрҙәренең береһендәге бүлеү пункты. Шулай уҡ шәкәр ҡомо бар.Әгәр ҙә бүлеү пунктында быға тиклем көнөнә 10 тоннаға яҡын шәкәр әҙерләнһә, хәҙер иһә һорау 6 тапҡырға артҡан.Белгестәр билдәләүенсә, килеп тыуған хәлдән күберәк файҙа алып ҡалырға теләүселәрҙе Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тикшерәсәк. Башҡортостан аграрийҙары сәсеү кампанияһына әҙер. Был турала матбуғат конференцияһында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Башҡортостандың ауыл хужалығы белгестәре алдында мөһим мәсьәлә тора – ул орлоҡсолоҡ һәм тоҡомсолоҡто яйға һалыу. Был беҙҙең киләсәккә нигеҙ, тип сығыш яһаны ауыл хужалығы министры һәм ошо йүнәлештә эш башланыуын иғлан итте. Шәкәргә хаҡ артыуын ул ябай ығы-зығы тип һанай һәм халыҡты күпләп шәкәр һатып алмаҫҡа өндәй. Башҡортостанда Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары бар. Уларҙың ҡеүәте – йылына алтышар мең тонна тауар етештереү. Быйылғы сәсеүгә шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының майҙаны арттырыла. Әлеге ваҡытта шәкәр заводтары келәттәрендә 40 тонна шәкәр ҡомо һаҡлана.
Шәкәр ҡомо барыһына ла етерлек
Шәкәр ҡомо барыһына ла етерлек