Һөт ранчоһы

Һөт ранчоһы

Гурмандар өсөн Италия сырҙары хәҙер Яңы Ҡормашта етештерелә. Кушнаренко районы фермеры аҙыҡ-түлек баҙарындағы сит ил һөт ризыҡтарын үҙ продукцияһы менән алмаштырырға әҙер икәнлеген белдерә. Бында һәр һыйыр һауын ваҡытын үҙе тойоп инә. Робот-һауынсының эшен оператор бүлмәһенән компьютерҙа программалаусы көйләй. Һауын ваҡыты дүрт сәғәт һайын ҡабатланып тора. Иң һөтлө һыйыр тәүлегенә 30 килограмм туҡлыҡлы ризыҡ бирә. Тоҡомло һөт һыйырҙары сығышы менән Финляндиянан. 150 баш һыйыр йыл әйләнәһенә ферма бинаһында аҫрала. Көтөүлеккә сығарыу планға инмәй. Айширҙар эҫене яратмай. Мал аҙығы – бесән, сенаж, гранулалы көнбағыш төпрәһе, фураж һәм тоҙ.Фермала бар хәрәкәттәр роботлаштырылған. Аҙыҡ рәтләп биреү, тиҙәк сығарыу кеүек ғәҙәти эштәрҙән башлап малға массаж яһаусы щетҡаны ҡабыҙыуға тиклем автомат шөғөлләнә. “Һөт ранчоһында” әлеге көндә барыһын 5 хеҙмәткәр башҡара. Нәфисә Кинйәбаева Айшир тоҡомло һыйырҙар буйға тәпәш, кәүҙәгә ҡаҡса, әммә улар беҙҙең климат һәм аҫырау шарттарына сыҙам. Ә һөттәре — пломбир кеүек, тиҙәр. Тәмле, ҡуйы, майлы һәм аҡһымға бай. Үҙенсәлекле сыр эшләр өсөн тап шундай һөт кәрәк.Сыр цехында киреһенсә — бар эш тик ҡулдан башҡарыла. Был хеҙмәткәрҙәрҙең хәрәкәттәре һалмаҡ, ҡулдары һиҙгер. Әле оҫталар гурмандарҙың иң-иңдәре мөкиббән бурратаны бешерә. Һәр тумалаҡ эслек төрөлгән моцарелланан ғибәрәт.Технолог Екатерина Денисова – Мәскәүҙән саҡыртып алынған белгес. Яңы Ҡормаш йүнселдәренә Италия сырҙарын етештереү серен аса. Рикотта, буррата, халлуми, страчателла бында йыл ярым элек даими етештереүгә һалынған. Әле “Камамбер” һәм “Бри” әҙерләүгә тотонғандар.Белгес тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмай, бер үк ваҡытта сырҙың яңы төрҙәрен сығарыу буйынса һынауҙар ҙа алып бара. Был һыуытҡыста, мәҫәлән, ике аҙнанан Сембер сыры, тип исемләнгән өр-яңы төр сыр өлгөрә. Әлегә ул патент алмаған. Әммә сифаттары буйынса Голланд сырынан кәм түгел, ә тәме менән хатта яҡшыраҡ икәне мәғлүм. Сөнки ул саф тәбиғи һөттән яһалған.Нәфисә Кинйәбаева Сыр цехында ташландыҡ-ҡалдыҡтар юҡ. Бурратанан ҡалған ошо киҫәктәр артабан ресторандарға оҙатыла. Пицца бешерергә. “Һөт ранчоһы” хужабикәһе Земфира Абдуллина бер нисә йыл элек ҡабул иткән ҡарарыбыҙға үкенмәйем, ти. Продукция үҙ ҡулланыусыһын тапҡан. Бөгөн Кушнаренко эшҡыуарҙары Мәскәү ресторандарына сыр һатыу тураһында өс йыллыҡ килешеү төҙөргә йыйына.Башҡаланың талапсан ҡулланыусыһына етерлек күләмдәргә өлгәшер өсөн хужалыҡта барыһы ла хәстәрләнгән. Һөт етештерелә, белгестәр эшләй, өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыр саралар бар, сыр бешереү цехын киңәйтер майҙандар ҡаралған. “Һөт ранчоһы” киләсәккә тағы агротуризм ойоштороу кеүек тә киң маҡсаттар ҡора