“Химпром” да ҡар һыуҙарын йыйыу системаһы яҙғылыҡҡа әҙерме?

“Химпром” да ҡар һыуҙарын йыйыу системаһы яҙғылыҡҡа әҙерме?

Өфөнөң үҙәк баҙары янындағы автомобиль ҡулсаһы эсендә заманса арт объект төҙөләсәк. Был хаҡта сираттағы ултырышта ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Ошо йәһәттән иң отошло проектҡа ҡала хакимиәте конкурс иғлан итте. Эштәр бер ай дауамында ҡабул ителәсәк. Еңеүсе 15 апрель билдәләнәсәк. Һалҡын ҡыштан һуң юлдар ремонтлауға мохтаж. Соҡорҙарҙы ямауға бирелгән ваҡыт та сикле. Әммә эҫе асфальт ҡулланылған ремонт эштәре көндәр йылынғас ҡына башланасаҡ.Ратмир Мәүлиев һәр район етәксеһенә үҙ биләмәләрендәге тулталыштарҙы ҡарҙан таҙартырға, уларҙы тәртипкә килтерергә ҡушҡайны. Ултырышта был юҫыҡта башҡарылған эштәр менән Ленин һәм Киров райондары хакимиәттәре башлыҡтары таныштырҙы. Ратмир Мәүлиев бизнесҡа административ баҫымды кәметергә, туҡталыштарҙы һәм тирә-яҡ биләмәләрҙе үҙ көстәре менән тәртипкә килтерергә саҡырҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр араһында элекке “Химпром” биләмәһендә ҡар һыуҙарын йыйыу системаһының яҙға әҙерлеге лә бар. Төп бурыс-Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарына химикаттарҙың эләгеүен булдырмау. Ҡаланың үҙәк баҙары янында автомобиль ҡулсаһы эсендә заманса арт объект төҙөләсәк. Ултырышта иң отошло проектҡа ҡала хакимиәте конкурс иғлан итте. Ратмир Мәүлиев шулай уҡ халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.