Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша алды. Күпләп милли кейемдәр теккән ойошма-ательелар ҙа ситтә ҡалманы. Башҡорт халҡының күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Бындай кейемдәр иһә бөгөн заманға яраҡлаштырып тегелеп халыҡ араһында киң танылыу яулай.Милли кейемдәр заманға яраҡлаштырып тегелһә лә, биҙәк-нағыштар үҙгәрешһеҙ ҡала, сөнки орнаменттарҙа беҙҙең халыҡтың тарихы ята, ти рәссам-дизайнер Регина Хәкимова.Ателье республикабыҙҙа даими үткәрелгән, милли кейемдәр күрһәтелгән конкурстарҙа ла ҡатнаша. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә уҙғарылған Башҡорт милли кейеме көнөнәндә лә заманға яраҡлаштырырылып тегелгән камзул-еләндәр иғтибарһыҙ ҡалманы. хәҙер башҡорт милли кейемдәрен концерттарҙа ғына түгел, ә ғәҙәти көндә лә осратырға мөмкин. Әлбиттә улар заманға яраҡлаштырып тегелгән. Мәҫәлән, миндәге камзулды күлдәк өҫтәнән дә, салбар менән дә кейергә мөмкин.Был сара сиктәрендә Салауат Юлаев майҙанында башҡорт костюмына арнап тамашасылар менән уйын-викторина һәм «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоу, милли костюмдар, биҙәүестәр күргәҙмәһе, уларҙы һатыу ҙа ойошторолдо.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә баш ҡалала Башҡорт милли кейеме көнө уҙҙы
Тулыраҡ: «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә баш ҡалала Башҡорт милли кейеме көнө уҙҙы