Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте

Йылдағыса, ул Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт менән бергә үрелеп барҙы. Быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200 ашыу мосолман мәктәптәренең уҡыусылары һәләтен күрһәтте. Уларҙың сығышын: Ҡөръән аяттарын, сүрәләрҙе оҫта һәм дөрөҫ башҡарыуын дин әһелдәре баһаланы. Сараның төп маҡсаты – дингә һөйөү уятыу, изге китапты яҡшыраҡ өйрәнеү, балаларҙы дин аша әхләҡҡә, тәртипкә өйрәтеү, диндәштәр менән аралашыу мөмкинлеге лә, ти ойоштороусылар.