Өфөгә йылы көндәр килә

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙна һуңында Өфөлә йылы көндәр көтөлә.

Йома һәм шәмбе һауа -1, йәкшәмбе +1 градусҡаса йылына. Ә дүшәмбе, 21 мартта, +2 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.

Шул уҡ ваҡытта синоптиктар яуым-төшөм фаразлай, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.