«Өфө уттары» 17 мартта: Яҙғы авитаминоз. Унан нисек ҡотолорға?

Авитаминоздан нисек ҡотолорға?

Бөгөн, 17 мартта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында фәһемле әңгәмә көтөлә.

Кеше организмы, билдәле булыуынса, витаминдарға һәм микроэлементтарға мохтаж. Ниндәй ҙә булһа витаминдың етешмәүе төрлө ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Бындай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, яҙғыһын ниндәй витаминдар ашарға кәрәк, авитаминоздан нисек ҡотолорға?

Тапшырыу Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.