Даниил Квят ярыштарҙан баш тарта

Формула 1 пилоты, Башҡортостан егете Даниил Квят, донъя чемпионатында сыҙамлыҡҡа уҙыштарҙа, шулай уҡ Халыҡ-ара автомобиль федерацияһы ойошторған башҡа ярыштарҙа ҡатнашмаҫҡа ҡарар иткән.

Даниил Квят FIA-ның махсус документына ҡуй ҡуймайынса нейтраль дәрәжәлә милли символикаһыҙ сығыш яһауҙан баш тартҡан.

“Һыҙыҡ өҫтөнә алам һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты менән бөтә спорт федерацияларына мөрәжәғәт итәм: спорт сәйәсәттән айырым ҡалырға тейеш, һәм Рәсәй спортсылары менән командаларҙы донъя ярыштарында ҡатнашыуҙан ситләтеү ғәҙел түгел, был хәл спорт беҙҙе өндәгән ихтирам, берҙәмлек һәм тыныслыҡ приниптарына ҡаршы килә. Беҙ, спортсыларҙан башҡа кем киләсәктә милләттәрҙе берләштереүгә булышлыҡ итер”, – тине спортсы.