Промоакция, ташлама биреү һәм һата һалыуҙар туҡтатыла

Рәсәйҙә тауар әйләнеше буйынса иң ҙур сауҙа селтәрҙәре хужаһы X5 Group ретейлерын тауар менән тәьмин итеүселәрҙең күбеһе февраль аҙағынан башлап төрлө промоакциялар, ташлама менән һатыу һәм һатып бөтөрөү кеүек акцияларҙы ҡулланмаясағы тураһында иҫкәрткән. Компания «Пятерочка», «Перекресток» һәм «Чижик» сауҙа селтәрҙәренә хужа.

Ошо хаҡта РБК компанияның матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә таянып хәбәр итте.

Тауар менән тәьмин итеүселәрҙең элек килешелгән ташламаларҙан баш тартыуы тураһындағы иҫкәрмәһен шулай уҡ «Азбука вкуса» селтәре лә алған.

«Верный» селтәренән дә күмәртәләп тауар һатыусыларҙың өстән бер өлөшө промоакцияоарҙан баш тартыуы тураһында белдергәндәр.

Промоакцияларҙы Рәсәйгә артабан инвестиция индереүҙе туҡтатҡан милләт-ара компаниялар ғына түгел, ә эшмәкәрлеге импорт сеймалына бәйле үҙ тауар етештереүселәребеҙ ҙә ҡулланмаҫҡа хәл итә. Был хаҡта баҫмаға федераль сауҙа селтәрҙәренең береһенән хәбәр иткәндәр.