Башҡортостанда социаль-иҡтисади үҫеш штабы ойошторолдо

Башҡортостанда республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тьмин итеү буйынса оператив штаб булдырылды. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Оператив штабҡа республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары һәм төрлө ойошма вәкилдәре инде. Штаб эше менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров шәхсән идара итә.

Штабтың төп бурысы санкциялар менән көрәш һәм республикала иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау.

Ултырыштар аҙнаһына ике тапҡыр ойошторола.