Хеҙмәттәшебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин композиторҙың йырҙарын оҫта башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина менән әңгәмә ҡорҙо. Салауат Низаметдиновтың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында биш йыл элек Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында музей асылды. Колледж композиторҙың исемен йөрөтә.
Композиторҙың тормош иптәше Рәзидә Низаметдинова музей экспозицияһына күп кенә әйберҙәр тапшырған. Улар араһында фотоһүрәттәр, наградалар, дипломдар, әҫәрҙәрҙең ноталары, композиторҙың шәхси әйберҙәре: сәғәт, костюм, китаптар, күҙлек бар. Учалыла Салауат Низаметдинов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсы үтте.
Бөгөн, 18 мартта, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Салауат Низаметдиновтың талантын һөйөүселәрҙе «Һағынамын» тип исемләнгән музыкаль кисәгә саҡыра. Программала композиторҙың йырҙарын филармония артистары Әлфиә Юлсурина, Ғәли Алтынбаев, Нәзифә Ҡадырова, Рөстәм Шаһыбалов, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Дияна Ишниязова, Тимур Рамазанов, Алиса Жумағәливеа, Салауат Мөхәмәтйәров, Илдар Абдуллин башҡара.
Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов (1957 — 2013) — танылған башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бик күп опера, хор, инструменталь әҫәрҙәр, йырҙар һәм романстар авторы. Прагала уҙғарылған Халыҡ-ара һуҡыр композиторҙар конкурсы, «Филантроп» халыҡ-ара премияһы лауреаты. Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе була.