«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» митинг-концерты тура эфирҙа

Өфөнөң Конгресс-холл алдындағы майҙанында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға арналған «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән митинг-концерт бара.

2014 йылдың тап ошо көнөндә Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумынан һуң Рәсәйҙең тарихи биләмәләре рәсми рәүештә үҙ иленә әйләнеп ҡайтты.

Йәмәғәт эшмәкәрҙәренең башланғысы менән ойошторолған митинг-концерт шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына, Рәсәйҙең Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Ҡораллы көстәренә теләктәшлек күрһәтеүгә арнала. Митингта ҡатнашыусылар ил Президенты Владимир Путиндың курсын хуплауҙарын белдерә.

Өфөлә был сара «Тыныслыҡ өсөн!» («Zа мир!»), «Рәсәй өсөн!» («Zа Россию!»), «Президент өсөн» («Zа Президента!») лозунгтары аҫтында үтә. Унда билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Тамашасылар өсөн эстрада йондоҙҙары сығыш яһай, сараның төп ҡунаҡтары – Elvin Grey һәм «Город 312» төркөмө.