«Төрлө йәштәге, милләте төрлө, төрлө конфессияға ҡараған кешеләр бөгөн бергә, Президент һәм бөйөк Рәсәй яҡлы икәнен белдерер өсөн йыйылды. Берҙәмлек һәм көс, тоғролоҡ һәм Ватанға һөйөүен күрһәтергә. Әле Украина биләмәһендә беҙҙең егеттәр алыша. Бандеровсы һәм ялланған һалдаттарға ҡаршы. Ысын батырлыҡ һәм ҡыйыулығын иҫбатлай. Улар Рәсәйҙең именлеге һәм киләсәге, мөстәҡиллек өсөн көрәшә. Туғандаш Украинаны нацизмдан азат итер өсөн. Луганск һәм Донецк республикалары халҡының тыныс тормошо хаҡына ғүмерен аямай», — тине республика етәксеһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙарһыҙ булмай. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙ батырҙарын онотмаҫ һәм, әлбиттә, уларҙың яҡындарын яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Төбәк башлығы үҙенең бер нисә тапҡыр Донбасс ерендә булғанын, оҙаҡ йылдар азатлыҡ һәм именлек өсөн көрәш алып барған кешеләрҙе шәхсән күреп аралашҡанын белдерә. Радий Хәбиров Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары ҡала һәм ауылдарына тыныс тормош ҡайтыр, тигән өмөттә.
Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙең хәтерен бер минутҡа тын алып иҫкә алды.