«Алға» картаһы буйынса юл хаҡын 28 һумға,
Ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләгән осраҡта 33 һумға етеүе ихтимал.
Экспресс режимында эшләгән маршруттарҙа — 40 һум.
Ҡала яны һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙә юлдың бер саҡрымы өсөн хаҡ 3 һум 30 тиндән сығып билдәләнә. Ҡала-ара бәйләнештә бер багаж урыны — 27 һум.
Яңы хаҡтарҙың апрель айында ғәмәлгә инеүе мөмкин. Әле «Алға» картаһы менән юл хаҡы өсөн 24 һум, ҡулаҡса һәм банк картаһы менән 29 һум түләргә кәрәк.