Беренсе класҡа ҡабул итеү башлана

1 апрелдән Башҡортостанда урта белем биреү йорттарының беренсе класына ҡабул итеү кампанияһы башлана. Ғаризаларҙы 2022 йылдың 5 сентябренә тиклем тапшырырға мөмкин.

Ваҡытты һаҡсыл тотонорға теләгәндәр ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша яҙып ебәрә ала.

«Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша ғариза яҙып һалыу – иң ябай һәм уңайлы ысул. Ата-әсәгә бының өсөн мәктәпкә барып йөрөргә кәрәкмәй, уҡыусыны иҫәпкә алыу тураһындағы мәғлүмәт шәхси кабинетҡа йәиһә электрон почтаға килә», — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының дәүләт идараһын цифралы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.