Эльдар Вәлидов — Нефтекаманың яңы мэры

Бишенсе саҡырылыш ҡала округы Советының бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән Эльдар Вәлидов Нефтекама ҡала хакимиәтенең яңы башлығы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул ҡала етәксеһе урынбаҫары вазифаһында эшләне.

«Был миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ҡалабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн бар көсөмдө һалырға вәғәҙә бирәм. Беҙҙең бурыс — берҙәм команда менән шундай уҡ етеҙ темпта Нефтекаманы үҫтереүҙең ыңғай динамикаһын дауам итеү. Бөгөнгө шарттарҙа тап команда менән эшләү һәм берләшеү юғары һөҙөмтәгә, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙ ҡала өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ, башланған проекттарҙы дауам итербеҙ», — тип билдәләне Эльдар Вәлидов.

Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем Нефтекама мэры вазифаһын Ратмир Мәүлиев биләне. Ул Башҡортостандың башҡалаһы хакимиәтенә эшкә күсте һәм Өфө мэры итеп һайланды.