Аграрийҙар илде аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итәсәк

Ошо хаҡта ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев белдерҙе, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәтенең Телеграм каналында.

Ҡайһы бер тауарҙарға саманан тыш ихтыяж күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, келәт һәм таратыу үҙәктәрендә аҙыҡ-түлектең етерлек запасы тупланған, ә сауҙа селтәрҙәренә тауар оҙатыу тотҡарлыҡһыҙ дауам итә. Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев билдәләүенсә, тауар етештереүселәр ажиотаж шарттарында нисек эшләргә белә. 2020 йылда, пандемия башланған осорҙа ла, ошоға оҡшаш хәл булғайны.

Министр фекеренсә, аҙыҡ-түлеккә дефицит көтөлмәй, предприятиелар етештереү ҡеүәттәрен арттыра һәм баҙарҙа яңы ихтыяждарға яраҡлашырға әҙер.