Тимер юл транспортында битлек режимы бөтөрөлә

Рәсәй тимер юлдары поезд һәм вокзалдарҙа мотлаҡ битлек кейеп йөрөү һәм тән температураһын үлсәү тәртибен талап итмәүе тураһында белдерә.

Алыҫ араға йөрөгән поезд пассажирҙарына хәҙер медицина битлектәрен кейеү мотлаҡ түгел, битлектәрҙе шулай уҡ вокзал биналарында ла кейеүҙе талап итмәйәсәктәр. Ошо хаҡта Рәсәй тимер юлдары компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы сәбәпле Рәсәй тимер юл вокзалдары һәм поездарында ҡабул ителгән сикләүҙәр әкренләп бөтөрөлә. Мәҫәлән, пассажирҙарҙың тән температураһын үлсәү кәрәкмәй, медицина битлектәрен кейеү мотлаҡ түгел, вагон-бистро һәм вагон-ресторандарҙа дистанция тотоу талап ителмәй», — тип билдәләнеләр РЖД матбуғат хеҙмәтендә.

Шул уҡ ваҡытта хәрәкәтле состав һәм вокзал биналарында дезинфекция эштәре дауам итәсәк.