Зарарлы таблеткаларҙан һаҡ бул

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыусылар дарыу ашап ағыуланған. Был осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башланы.

Кисә 8-се синыфта уҡыған 5 ҡыҙҙы мәктәптән ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға алып китәләр. Улар мускулдар тонусы өсөн тәғәйен көслө препарат ҡулланып ағыуланғаны билдәле. Таблетканы ҡыҙҙарҙың береһе өйөнән алып килгән булған. Балалар Өфөләге дауаханаға күсерелгән, бер ҡыҙ үпкәне яһалма елләтеү системаһына тоташтырылған. Ҡалғандарының хәле уртаса ти табиптар. Ваҡиға буйынса тикшереү дауам итә.