Йәш ҡотҡарыусыны - наградаға

Күгәрсен районында 7 синыф уҡыусыһы ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарған.

14 март көнө Мораҡтағы ихаталарҙың береһендә янғын сыға. Быны беренсе булып Арыҫлан Шафиҡов исемле малай күреп ҡала һәм тиҙ арала күршеләренә хәбәр итә, янғын һүндереүселәр саҡырта. Мунсанан тоҡанған ут тиҙ арала бер ҡыйыҡ аҫтына теҙелгән биналар буйлап китә һәм өйгә тоҡана. Йорт хужаһы – аяҡһыҙ, 68 йәшлек ирҙе уҡыусы бала тәҙрәнән сығарырға ярҙамлаша, хужабикә лә ут тотҡононан малай ярҙамында сығып өлгөрә. Ҡотҡарыусылар Арыҫлан Шафиҡовты ҡыйыулығы өсөн наградаға тәҡдим итергә ниәтләй.