Был юлы унда федерализмдың иҡтисади, ҡаҙна-финанс, һалым нигеҙҙәре тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенок билдәләүенсә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн төбәктәрҙең мөмкинлектәре лә булырға тейеш. Төбәктәрҙе тигеҙләү сәйәсәте һөҙөмтәле булмай сыҡты тине ул. Ултырышта республика башлығы ла сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләргә ентекләп туҡталып, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.