Ошо уңайҙан ғибәҙәтханалар биҙәлеп, биләмәләр төҙөкләндерелде. Республика руханиҙары Рәсәй православиеһы етәксеһен ниндәй кәйеф менән көтә?
Ғәҙәти шарттарҙа йылдар талап иткән эште тиҙ арауыҡта тамамлау – хөрмәтле ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтеү тырышлығынан. Өфө иконостасы артеле оҫталары һуңғы ярты йылда ал-ял белмәй, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Төп маҡсат – Өфөләге кафедраль собор иконостасын эшләп, изгеләрҙән-изге патриарх Кирилдың фатихаһын алыу. Рәссамдар ғибәҙәтхана биҙәү бурысын Аллаһының мәрхәмәте, тип ҡабул итә.
Биҙәктәрҙең үҙенсәлеге – оҫталар тарафынан ғәмәлгә ашырылған бер нисә стиль һөҙөмтәһе, ти артель директоры. Рәссамдар уны православие диненең изге урындарында үҙләштергән.
Ошо көндәрҙә Илаһи Алиһә кафедраль соборында дәрәжәле ҡунаҡты ҡабул итеүгә әҙерлек эштәре тамамлана. Ҡорамдың тирә-яғын, уға илткән юлдарҙы, машиналар ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу сараларын башҡала хакимиәте күргән. Бөтә Русь патриархының килеүе донъяуи йәмәғәтселек өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға.
Патриарх сәфәре Башҡортостан митрополияһының бер нисә урынында дауам итә. Бөрө һәм Благовещен райондарындағы монастырь һәм ҡорамдарҙа изге Кириллды үткән быуаттың 60-сы йылдарында ошо төбәктә иерей дәрәжәһендә хеҙмәт иткән олатаһы, Василий Гундяевтың рухын иҫкә алыу маҡсатында көтәләр. Октябрь революцияһына тиклем эшләгән Петропавловск сиркәүенән бөгөнгә ҡалған берҙән-бер ҡомартҡы – суйын ҡыңғырау. Ҡорам шулай уҡ Грецияның Афон тауында яҙылған Алиһә иконаһы менән дә танылған.
Патриарх Кирилдың сәфәр программаһында Өфөнөң Дим районында төҙөлөр ҡорамдың нигеҙен изгеләндереү, Комсомольск урамындағы ҡорам төҙөлөшө менән танышыу, шулай уҡ кафедраль соборға изге фатиха биреп дини литургия уҡыу һәм Бехтерев урамындағы Сергий Радонежский ҡорамында осрашыуҙар ҡаралған.
Башҡортостан руханиҙары фекеренсә, Бөтә Русь патриархы изгеләрҙән-изге Кирилл менән осрашыуҙы күптәр тулҡынланып көтә. Ғәжәпләнер урын юҡ. Патриарх Кирилл Рәсәй православиеһы етәксеһе генә түгел, ә бар донъяла ҙур ихтирам ҡаҙанған шәхес. Уның өгөт-нәсихәттәре дин тотҡандар өсөн дә, Аллаға ышанмағандарға ла фәһемле. Сөнки һәммәһен дә татыулыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа һәм тыныслыҡҡа әйҙәй.