Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша

Тулыраҡ: Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша

Компьютер алышы буйынса Республика чемпионаты финалы Өфөлә бөгөн үтә.

Беренселектә һайлап алыу этабын уңышлы үткән 40 пенсионер ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң өлкән конкурсантҡа 68 йәш. Республика этабы еңеүселәре 15-17 июндә Новосибирскийҙа уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына бара. Бәйгене ойоштороуҙа Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамлаша. Хакер-пенсионерҙар конкурсы ла тап ошо уҡыу йортонда үтәсәк.