Күрше йортта йәшәүсе янғынды камераға төшөрөп алған.
Ут бер-нисә минутта автомобилде ялмап ала. Тиҙҙән янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Ут һүндерелә. Бәхеткә, ул эргә-тирәләге машиналарға, беренсе ҡаттағы балкон һәм тәҙрәгә күсеп өлгөрмәй, тип хәбәр итә кп.ру сайты.