Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал

Һауа торошо күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 4 градусҡа түбән буласаҡ тип иҫкәртә синоптиктар.

Айырым райондарҙа ямғыр, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә республика буйынса ямғыр яуасаҡ. Һуңынан йәйге ҡояш тағы ла үҙ нурҙары менән ҡыуандырасаҡ тип вәғәҙәләй синоптиктар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндәр һыуытҡанда баҡсасыларға айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итә. Йылытыу ҡоролмаларын файҙаланғанда хәүефһеҙлек сараларын онотмаҫҡа саҡыра.