Үлемһеҙ полк быйыл ғәҙәти форматта үткәрелә

Башҡортостанда быйыл Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта була. Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең Башҡортостан штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә үтте.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарына теҙелә башлау өсөн бер үк, сәғәт иртәнге ундан ун бергә тиклем ваҡыт бирелә. Дөйөм республика Бер минутлыҡ тынлыҡ сәғәт ун берҙән ун икенсе ун ике минутҡа тиклем үтә. Колонналар хәрәкәтен башлау ваҡыты тип сәғәт 11.12 — 13.00 билдәләнде.

Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы — йыл да, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, акция онлайн ойошторолдо.