Мөғәллимдәр араһындағы бәйгенең маҡсаты иң яҡшыларҙы асыҡлау ғына түгел. Бөгөн һүҙ телде үҫтереү, телде киләсәк быуынға тапшырыуға бәйле.
«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 107-се һанлы мәктәбе мөғәллиме Мираҫ Ишдәүләтов менән конкурс лауреаты – Ҡырмыҫҡалы районынан уҡытыусы Лилиә Юлдашбаева ҡатнаша.
Программа шаршамбы, 23 мартта, Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 20 минутта башлана.
Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33
Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41