Республикала коронавирус йоҡторғандар һаны 271 меңдән ашҡан

Үткән тәүлектә Башҡортостанда 706 кешенең COVID-19 йоҡтороуы асыҡланған. Хәҙер сирлеләрҙең дөйөм һаны 271 537-гә еткән.

Республика оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, 135 пациент — ковид-госпиталдәрҙә, 15 623 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Коронавирус менән ауырыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә.

«Бөтәһе 250 295 кеше һауыҡҡан, 1 615-е — һуңғы тәүлектә», — тип белдерҙе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре.

Прививка яһау кампанияһы дауам итә. Республикала 2 510 623 кеше — вакцинаның беренсе, 2 383 158-е ике компонентын да алған.