Республикала шәкәр ҡомо етәррлек. Ғөмүмән, Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлене ныҡлы тәьмин ителгән. Ошо турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы Радий Хәбиров ил төбәктәре етәкселәре араһынан тәүгеләрҙән булып Донецк халыҡ республикаһына барып ҡайтты. Быға хәтлем Башҡортостан унда гуманитар ярҙам оҙатҡайны. Донецк халыҡ республикаһына аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә башҡа әйберҙә ҙә кәрәк. Башҡортостанда Донецк кәштәләре барлыҡҡа киләсәк. Донбасҡа сәфәре барышында Радий Хәбиров һәм Денис Пушилин Донецк халыҡ һәм Башҡортостан республикалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, ике төбәк араһында берҙәм предприятиелар булдырыласаҡ. Төп иғтибар ауыл хужалығы техникаһына бүленә. Сит ил санкциялары шарттарында Республика етештереүселәренә лә яңы мөмкинлектәр асыла. Беҙҙең компаниялар Донбасҡа үҙ тауарын оҙата аласаҡ. Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөләге һәйкәл республика көнөнә асылырға тейеш. Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына байраҡ тапшырыуҙың 80 йыллығына арналған көндә Радий Хәбиров барлыҡ ойошма-хеҙмәттәрҙе төҙөлөш эштәрен ваҡытында тамамларға саҡырҙы.Баш ҡалабыҙ Өфө — һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Уның 450 йыллығына әҙерлек йылдам бара, ҡала һәр ваҡыт матур һәм таҙа булырға тейеш. Башҡортостан башлығы даими Өфөгә иғтибар бүлә. Яңы мэр алдында ҙур маҡсаттар тора. Уларҙың береһе ҡаланы бысраҡ ҡарҙан таҙартыу. Яңы хакимиәт башлығына көнөн-төнөн эшләү бурысы ҡуйылды.Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Көн һайын мәкерле сир яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен ҡыя. Ошо йәһәттән хөкүмәт төрлө саралар күрә. 25-се мартта Урал аръяғында Ковид-госпиталь асыу ҡарала. Сибай ҡалаһындағы медицина учреждениеһы төбәктә хәлде тотороҡларға тейеш, тип иҫәпләй белгестәр.Украинала махсус хәрби операция барышында Башҡортостан хәрбиҙәре һәләк булды. Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-ҡоролтайға уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү ҡанунын ҡабул итеү башланғысы менән сыҡҡайны. Күптәрҙе борсоған шәкәр мәсьәләһе Радий Хәбиров иғтибарынан ситтә ҡалманы. Республикала уҙған йылда 150 мең тонна татлы ризыҡ етештерелгән. Әле шәкәр заводтарында 36 мең тонна һаҡлана. Көн һайын 550 тонна шәкәр сауҙаға сығарыла.Башҡортостан башлығы хаҡтарҙы тотороҡлау мәсьәләһенә лә туҡталды. Йәрминкәләрҙе күпләп уҙғарыу мәсьәләне ыңғай хәл итер тип көтөлә.Кәңәшмә барышында юлдар торошо, авариялар, янғындар, ағас ултыртыу, ватандаштарыбыҙҙы сит илдәрҙән ҡайтарыу, ҡала урамдарын таҙартыу мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров һәр проблеманы етди контролдә тоторға ҡушты.
Халыҡҡа борсолорға урын юҡ
Халыҡҡа борсолорға урын юҡ