Аграрийҙар санкцияларға иғтибар итмәй

Аграрийҙар санкцияларға иғтибар итмәй

Өфөлә халыҡ-ара «АгроКомплекс-2022» күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы үҙ эшен башланы. Илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар шарттарында бындай күләмле сара үтеүе барыһы өсөн дә уңай. Хәйер, аграрийҙар санкцияларға иғтибар итмәй етештереү ҡеүәтен арттырып эшләргә әҙер. Форумды асыу тантанаһында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе күргәҙмә менән танышты һәм ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты. «АгроКомплекс-2022» форумы, ғәҙәттәгесә, республикала яңы етештереү объектын асыу менән башланып китте. Был юлы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров малсылыҡ өлкәһендәге ҙур күләмле инвестиция проектының икенсе сиратына старт бирҙе. Ауырғазы районында урынлашҡан малсылыҡ комплексы 6 мең ярымдан ашыу эре мал аҫрауға иҫәпләнгән. Инвестициялар 4 миллиард 600 миллион һумдан аша. Төҙөлөштөң беренсе этабы тамамланған. Бөтәһе 3 ферма һәм һимертеү майҙасығы төҙөү ҡаралған. Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Ҡытайҙан 300-гә яҡын ойошма. Ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәр, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнеүселәр. Агрокомплекс күргәҙмәһе барыһын да бергә йыйған. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, һөт етештереү, геном селекцияһы, агросәнәғәт комплексында кооперация, умартасылыҡты үҫтереү – иғтибарға лайыҡ йүнәлештәр бихисап. Шулай ҙа көн ҡаҙағында ике тема – импортты алмаштырыу һәм республикала аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген тәъмин итеү. Әлеге көндә был айырыуса көнүҙәк. Санкцияларға иғтибар итмәй етештереү ҡеүәтен арттырып эшләргә әҙер аграрийҙар. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Рамзин күргәҙмәлә ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты. Ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән комбайндар, сәсеү комплекстары менән танышты. Күптәрҙең иғтибарын ҡеүәтле тракторҙар йәлеп итте. Ҡытайҙа етештерелгән техникаға ошо арала ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты, ти ойошма вәкилдәре АгроКомплекс күргәҙмәһенең үҙенсәлектәренең береһе – урындағы фермер һәм ауыл хужалығы кооперативтары йәрминкәһе. Быйыл бында үҙ продукцияһын 70-тән ашыу ошойма тәҡдим итә. Мәҫәлән, был ойошма республикала умартасылыҡ продукттарын тәрән эшкәрткән берҙән-бер компания. Индерелгән санкциялар эшмәкәрлеккә ҡағылмай. Йәмғиәт республика умартасылары менән хеҙмәттәшлек итә. Ауыл хужалығы етештереүселәре, фермерҙар, күптән инде импортты алмаштырыу менән шөғөлләнә. Республика тулыһынса үҙенең аҙыҡ-түлек именлеген тәъмин итергә әҙер. Форум сиктәрендә тармаҡтың төрлө йүнәлештәре буйынса ике тиҫтәнән ашыу сара ойоштороласаҡ.