Яңынан-яңынан ойошмалар бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Улар араһында Өфө һәм Башҡортостан буйынса йөк ташыусы компания ла бар. Бер төркөм водителдәр машиналары ярҙамында "Z” хәрефен төҙөнө. Улар ошо рәүешле Украинала барған махсус операцияға теләктәшлек күрһәтте.Флешмобта ҡатнашыусылар автоуҙыш та ойошторҙо. Йөк машиналары теҙелешеп, коллона менән башҡаланың Салауат Юлаев проспекты аша уҙҙы.
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ".