Башҡортостанда «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар төҙөлөш эштәре барышы менән ҡыҙыҡһынды. Казармаларҙы яңыртып ҡороу һәм төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ашнаҡсылар хатта кадет менюһын танытты. Парк биләмәһенә ҡараған “Авангард” уҡыу-методика үҙәгендә хәрби техникаға демилитаризация үткәреп парк биләмәһендә урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Радий Хәбиров төҙөлөштө беренсе июнгә тамамлау көтөлә, тип белдерҙе. “Патриот” паркы биләмәһендә “Геройҙар уҙышы” трассаһын ойоштороу ҙа күҙаллана. Ике өлөштән торған ярыш майҙанының дөйөм оҙонлоғо 10-12 километр, “Авангард” хәрби-патриотик лагерь менән йәнәш урынлашҡан трассала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн күнегеүҙәр менән спорт ярыштары ойоштороу мөмкинлеге булһа, төп трассала чемпионат кимәлендәге ҙур күмәк-спорт саралары үткәрергә мөмкин. Рәсәйҙең “Геройҙар лигаһы” проекты етәксеһе Ксения Шойгу фекеренсә, быйыл июнь айында парк “Герой уҙыштарын” ойоштороуға әҙер.
«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде