Уҡытыусылар араһында иң яҡшылар билдәләнде

Уҡытыусылар араһында иң яҡшылар билдәләнде

Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр. Бер-нисә аҙна дауам иткән конкурс барышында уҡытыусылар педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында 75, “Башҡортостандың йыл уҡтыусыһында” 155 уҡытыусы ҡатнашты. Һуңғыһы дүрт этапта үтте. Абсолют еңеүсе итеп Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы Юлиә Смехова танылды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” тип Өфөнөң 107-се лицейының башҡорт теле һәмә әҙәбиәте уҡтыусыһы Мираҫ Ишдәүләтов танылды.