Янғын һүндереүселәр спартакиадаға йыйылды

Янғын һүндереүселәр спартакиадаға йыйылды

Урал аръяғында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының 15-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының спартакиадаһы үтте. Үҙенсәлекле сарала Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре көс һынашты. Янғын һүндереүселәр футболы. Уйындың төп шарттарының береһе — һәр ҡатнашыусы тулы обмундированиела һәм кислород битлегендә булырға тейеш. Янғын һүндереүселәрҙе көндөң һыуыҡ булыуы берҙә борсоманы. Һәр кемдең кәмендә биш йыллыҡ тәжрибәһе бар. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, уйын барышында иғтибарлыҡ, сыҙамлыҡ, таһыллыҡ кеүек сифаттар үҫешә. Йылайыр районында беренсе тапҡыр уҙғарылған үҙенсәлекле спартакиадала шулай уҡ, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡотҡарыусылары ҡатнаша. Сарала футбол, өҫтәл теннисы, шашки һәм башҡа спорт төрҙәрендә үҙ-ара көс һынаша. Ярышта барлығы йөҙгә яҡын янғын һүндереүсе ҡатнашты. Йылайыр районының 78-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлеге етәксеһе Ғәлим Әбүбәкиров һүҙҙәренсә, был сара төбәктең башҡа янғын һүндереү отрядтарында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Киләсәктә ярыштарҙы республика кимәлендә үткәреү ҡарала. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса футболдан беренсе урынды Баймаҡ районы янғын һүндереүселәре яуланы. Еңеүселәр киләсәктә республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәреләсәк ярыштарҙа сығыш яһаясаҡ.