Йыйын 25 мартта в Өфөләге «Торатау» Конгресс-Холында үтә. Форум быйыл икенсе тапҡыр ойошторола һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, иң яҡшы тәжрибә һәм эксперименттарҙы уртаҡлашыу майҙанына әүерелергә тейеш.
Форум эшендә Башҡортостандың дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек, һөнәри ойошма вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡаҙағстан, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. Форум барышында учреждениелар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү ҡарала. Йыйында ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәләргә, оҫталыҡ дәрестәренә, ғәмәли семинарҙарға саҡырыла. «Мәҙәниәт берләштерә» тип исемләнгән пленар ултырыш, Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мираҫы объекттары реестрын тулыландырыу буйынса Эксперт советының асыҡ ултырышы планлаштырыла. Мәҙәниәт форумы сиктәрендә төрлө күргәҙмәләр, фестивалдәр асыла. «АРТылышFEST» күләмле театр фестивале Өфөлә 20 марттан 27-нә тиклем дауам итә. Төп мәҙәни майҙансыҡтарҙа артистар 13 спектакль күрһәтергә әҙерләгән. «АРТ-Ҡоролтай» көндәрендә шулай уҡ Colisium Bashkortostan 2022 музыка индустрияһы форумы ойошторола.