Дарыуға хаҡ артыуы ихтимал

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу хаҡтарының артыуын күҙаллай. Ошо хаҡта 22 мартта үткән брифингта ведомство етәксеһе Максим Забелин белдерҙе.

— Дөйөм алғанда препарат һәм дауалау сараларына хаҡтарҙың инфляцияға ярашлы артыуы мөмкин. Әммә ике-өс тапҡырға хаҡ күтәрелеү тураһында һүҙ бармай, — тине министр.

Максим Забелин билдәләүенсә Рәсәйҙә 800-ҙән ашыу препарат ғүмер өсөн мөһим һәм талап ителгән дарыуҙар регистры исемлегенә ингән. Уларҙың хаҡын дәүләт көйләй, тимәк, хаҡтар билдәләнгән кимәлдән артырға тейеш түгел. Шуға ҡарамаҫтан был дарыуҙарҙың хаҡын да үҙгәртеү ихтималлығы бар. Инфляцияны иҫәпкә алып.