Өфөнөң яңы генпланы раҫланды

Ҡала советы депутаттары башҡаланың 2042 йылға тиклемге яңы генераль планын раҫланы. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Чистяков белдереүенсә, документ мегаполистың яңы иҡтисади һәм демографик шарттарҙағы үҫешен күҙ уңында тота.

“Бөгөнгө демографик хәл, макроиҡтисади шарттар һәм төҙөлөш күләмдәрен, ҡала инфраструктураһының шарттарға ярашлы үҫешен һәм федераль закондарҙың үҙгәрешен иҫәпкә алғанда яңы генпланға мохтажлыҡ күптән өлгөргән. Документ өҫтөндә эш бер йыл самаһы дауам итә, ниһайәт, беҙ финиш һыҙатына сыҡтыҡ,” — тине Кирилл Чистяков.

Чиновник һүҙҙәренсә, яңы генплан ҡала халҡы иҫәбенең киләһе егерме йылда 1 миллион 250 мең кешегә тиклем үҫешен күҙаллай. Документта торлаҡ майҙаны күләмен 43 миллион квадрат метрға, ә торлаҡ булмаған фондты, транспорт һәм башҡа инфраструктураны иҫәпкә алып, 38 миллион ярым квадрат метрға тиклем киңәйтеү ҡарала.

Фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә Өфөнөң иң отошло үҫеш схемаһы һайлап алынды – ул ыҡсым үҙәктә күп төр үҙәк тупланған ҡала-агломерация буласаҡ.

Өфө ҡала советы депутаттары генераль планды бер тауыштан ҡабул итте.